Тел тураһында мәкәлдәр: Мәҡәлдәр на башкирском языке
Мәҡәлдәр на башкирском языке
МӘҠӘЛДӘР
Хеҙмәт тураһында:
· Башланған эш — бөткән эш.
· Белгәнгә яҡты, белмәгәнгә ҡараңғы.
· Белеме барҙың ҡәҙере бар.
· Буй үҫтермә, аҡыл үҫтер.
· Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
· Ҡалған эшкә ҡар яуа.
· Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.
· Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
· Һөнәрле кеше — ҡораллы кеше.
· Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
· Ялҡауҙың көн дә башы ауырый.
· Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
· Ергә тамған тир — гәүһәр.
· Ил ҡеүәте — икмәктә.
Тыуған ил, батырлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр:
· Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
· Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
· Ил ҡәҙерен белмәгән — башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән — ашын юғалтҡан.
· Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
· Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел.
· Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында.
· Батырмын, тип кем әйтмәй, яу килгәндә өнө юҡ.
· Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер.
· Ҡурҡаҡтың күҙе дүрт булыр.
· Ауға барһан, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
· Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.
· Ебәк билғау- бил күрке.
Батыр егет-ил күрке.
· Ир-егеттең ике юлдашы бар:
Береһе-батырлыҡ,
Икенсеһе-тәүәккеллек.
· Батыр ғүмере –ике.
· «Халҡым» тигән ир — алтын.
· Ирҙең даны иленән,
Халҡы менән еренән.
· Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
· Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә.
· Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы.
· Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.
· Илең ни күрһә, һин дә шуны күрерһең.
· Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара.
· Яуҙан ҡасып ҡайтҡансы яралы ҡайт.
Тормош-көнкүреш тураһында.
· Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.
· Аҡыл йәштә түгел, башта.
· Аманатҡа хыянат итмә.
· Аҫыл таш ерҙә ятмаҫ.
· Ата-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең шуны күрерһең.
· Бурлыҡтың һуңы-хурлыҡ.
· Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
· Туралыҡтың төбө аҫыл таш.
· Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
· Уты һүнһә лә, ҡуҙы ҡала.
· Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
· Егет кешегэ етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Һандар менән мәҡәлдәр
· Ете ҡат үлсә,бер ҡат киҫ.
· Атлы йәшәр юлдаш ҡайтһа,атлмыш йәшәр күрә барһын.
· Егет кешегэ етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
· Ҡурҡаҡтың куҙе дүртәү.
· Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.
· Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткереп эшлә.
· Егәрленең ҡулы етәү.
· Йөҙ һумың булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
· Ир аҡылы бер алтын , ил аҡылы мең алтын.
· Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.
· Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотмайҙар.
· Берҙә түгел, илдә көҫ.
· Һигеҙ һыйыр аҫрагансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.
· Бер утын мейестә лә янмаҫ, күмәк утын яланда ла яныр.
· Унды һайлағансы, берҙе һайлауың яҡшыраҡ.
· Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер.
· Ике ҡуян артынан йүгерһәң, берәүһен дә тота алмаҫһың.
· Бер ағас ҡырҡһаң, ҡырҡты ултырт.
· Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай.
· Берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү яҡшы.
· Ун тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр.
· Бер ҡуянды ике тунамайҙар.
Ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында
· Алдың да ышаныс булһын, артың да таяныс булһын.
· Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
· Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
· Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
· Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
· Кеше аҡылын ишет, үҙ аҡылың менән эш ит.
· Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң.
· Көйҙөргән дә-тел,һөйҙөргән дә-тел, көлдөргән дә-тел ,бөлдөргән дә –тел.
· Ни сәсһәң-шуны урырһың,ни ҡылһаң-шуны күрерһең.
· Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.
· Һуҙҙең башынан элек төбөн уйла.
· Ялған һөйләһәң — тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң — ҡотолорһоң.
Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында
· Иҙгелек ерҙә ҡалмаҫ.
· Ҡөн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ.
· Ҡояш янында -йылылыҡ, әсә янында-изгелек.
· Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә, яман ҡағылһа – йән көйөнә.
· Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.
· Яҡшы һүҙ балдан татлы.
· Яман кешенең теле әсе.
· Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
· Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
· Яҡшылыҡ ҡылған – аш йыйған, яманлыҡ ҡылған – таш йыйған.
· Яман арба юл боҙор, яман арба ил боҙор.
· Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ – һәр кешенең эшелер; яманлыҡҡа яҡшылыҡ – ир кешенең эшелер.
Икмәк тураһында мәҡәлдәр.
· Асыҡ ауыҙҙан икмәк тә ҡаса.
· Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.
Дуҫлыҡ тураһында.
· Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
· Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ел үтмәҫ.
Разработка урока по башкирскому языку для 3 класса по требованиям ФГОС
Класс: | 3А(г) | ||||||||||||||||
Дата: | |||||||||||||||||
Дәрес темаһы: | Минең ғаиләм. | ||||||||||||||||
Дәрес төрө: | Яңы материалды өйрәнеү. | ||||||||||||||||
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, ғаилә ағзаларының атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнеү, шәжәрәнең нимә икәнен аңлау. Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, фекерләү һәләтен,тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: үҙеңдең быуындарыңды белеү, ғаилә ағзаларына ихтирамлы, иғтибарлы булыу, туғандарҙы ололау, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү. | ||||||||||||||||
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәрене ғаиләләренә ҡарата ыңғай ҡарашлы, үҙҙәренең ырыуының килеп сығыштары,ғаиләләренең традицияларын ихтирам итеүсе, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү. | ||||||||||||||||
“Башҡорт теле” дәреслеге, тема буйынса слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, электрон дәреслек, компьютер, проектор, мультимедиялы таҡта, ребус, смайликтар, ҡурай тажы, үҙемдең һәм балаларҙың шәжәрәләре. | |||||||||||||||||
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу) | ||||||||||||||
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. | 1. – һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! — һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы? 2. Артикуляцион күнегеү. Башланып китте дәрес, Без матур ултырабыз. 4-ле, 5-ле билдәләрен Көн һайын арттырабыҙ. 3. Тел төҙәткес. Тай-тай-тай- эштән ҡайтты атай, Сәй-сәй-сәй – ҡаршы алды әсәй, Тай-тай-тай – беҙҙең менән олатай, Сәй-сәй-сәй – сәй өлгөрттө әсәй. Ләп-ләп-ләп – сәй эстек беҙ бергәләп. Әсәй һүрәтен таҡтаға эләбеҙ.
| Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Хор менән ҡабатлайҙар. | Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. | ||||||||||||||
II. Өйгә эште тикшереү. | Өйгә эштәрҙе тикшереү. | Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә. | |||||||||||||||
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | Хәҙер, балалар беҙ һеҙҙең менән бер кескенә тәжрибә эшләп алабыҙ. Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ике гөл һауыты. Уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ әле: бер гөл һулған. Ни өсөн шулай булған? Ә икенсеһен ҡарайыҡ. Уны тартып алып буламы? Ә кешенең тамыры буламы? Ҡайһы кеше ерҙә ныҡ баҫып тора икән? Кешенең тамырҙары тураһында ҡайҙан беләбеҙ? Был һорауҙарға яуаптар ошо ребус эсендә йәшеренгән. Хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә урынлаштырһаҡ, бөгөнгө дәрес темаһын белербеҙ.
Шулай булғас беҙ бөгөн ниндәй тема менән танышабыҙ? Эйе, беҙ бөгөн шәжәрә менән танышабыҙ, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙны белербеҙ. Олатай менән өләсәй һүрәтен эләбеҙ. | Тәжрибәдә ҡатнашалар. — Тамыры кипкән. — Юҡ. Уның тамыры ныҡ йәбешкән. — ребусты шишәләр. — Теманы асыҡлайҙар. | Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. | ||||||||||||||
IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | 1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу, һүҙлек эше башҡарыу. Шәжәрә, шәжәрә ағасы. Шәжәрә — билдәле бер нәҫел- ырыуҙың килеп сығышын, тарылышын күрһәткән яҙма. Шәжәрәне борон-борондан алып барғандар. Унда төрлө тарихи ваҡиғаларҙы(исторические события) теркәгәндәр. Күберәк ир-егеттәр яғынан(по мужской линии) яҡшы өйрәнелгән. Һәр бер кеше үҙенең нәҫелен(своих родственников) ете быуынға (до седьмого поколения) тиклем белергә тейеш. Улар иң беренсе яҙмалар булған. Шәжәрә ағасы— нәҫел- ырыуҙың тармаҡланып китеүен күрһәткән һыҙма. Унда үҙеңдең туғандарыңдың исемдәрен яҙырға кәрәк. 2. Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла. Төркөмдәрҙә эш. Беренсе төркөм ир туғанлыҡ терминдарын яҙа, икенсе төркөм ҡатын-ҡыҙ туғанлыҡ терминдарын яҙа. 3.Ошо һүҙҙәр менән бер-нисә һөйләм төҙөлә.(телдән) — ағай-апай һүрәттәрен эләбеҙ. | Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр, тәржемә итәләр. Күнегеүҙәрҙе башҡаралар. Һүҙбәйләнештәрҙең тәржемәһен табалар, туғанлыҡ терминдарын яҙалар. Һөйләмдәр төҙөйҙәр. | К.:, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша. | ||||||||||||||
V. Ял минуты. | Сәп-сәп сәпәкәй, Минең ҡуҫтым бәләкәй, Ҡулдарын өҫкә күтәргән була, Сәпәкәй иткән була. | Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. | |||||||||||||||
VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу). | Китап буйынса 26-сы бит, 3-сө күнегеү. Һораҙарға яуаптар яҙыла. Үҙҙәренең эштәрен баһалау. Дәреслектең 26-сы битендәге 2-се күнегеүҙе эшләү. Диалог төҙөү. Мәкәлдәр өҫтөндә эш. Мәғәнәләрен аңлаталар. Әсәй өйгә нур сәсә. Атай һүҙе – аҡылдың үҙе. Ғаилә тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһеғеҙ? Атай һүрәте асыла. Нимә килеп сыҡты? -Ғаилә һүрәте. Уларҙың йөҙҙәре ниндәй? (шат) Улар бер-береһенә ярҙам итәләр. Бына минең дә ғаиләм бар. Үҙемдең ғаиләмдең шәжәрәһен төҙөнөм. Һәр кеше үҙ шәжәрәһен тамырҙарын белергә тейеш. Татыу ғаилә – ил күрке тиҙәр халыҡта. Шул турала йыр тыңлап дәресте тамамлайыҡ. | Эш дәфтәрҙәрендә күнегеүҙе бирем буйынса эшләйҙәр. Диалогты ролдәргә бүлеп уҡыйҙар. Мәҡәлдең мәғәнәһен аңлаталар. Әңгәмәлә ҡатнашалар. Һығымта яһайҙар. | Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша. К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр. | ||||||||||||||
VII. Өйгә эш. | Шәжәрә төҙөргә. | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. | |||||||||||||||
VIII. Дәресте йомғаҡлау. | Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ. Дәрестә мин … белдем. Мин … өйрәндем. Миңә … оҡшаны (оҡшаманы). Уҡытыусы баһаһы. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. |